Ай былбылым. Караоке башҡортса һүҙһеҙ. Башҡорт телдә караоке.
"Ай былбылым" йырҙы "Ант" төркөмө башҡара.
АЙ, БЫЛБЫЛЫМ
Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдең ҡамышы;
Таң алдынан сут-сут килә
Һандуғастар тауышы.
Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдә таң ата;
Таңдар ата, өҙөлә үҙәк,
Йырлата ла илата.
Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ҡунып һайрай талдарға.
Һинең хаҡта серҙәремде
Асам һандуғастарға.
https://www.youtube.com/c/Bashkortization - башҡортса ютуб ҡаналы.
http://vk.com/bashkortsa_huretter - башҡортса демотиваторҙар һәм карикатуралар.
http://www.youtube.com/watch?v=D6G6OJAswyI&feature=youtu.be